Әбйәлил районында милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса республика фестивале үтте

Әбйәлил районында  милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса республика фестивале үтте 18.11.2014

Унда төрлө ҡала һәм райондарҙан 15-кә  яҡын команда ҡатнашты. Йәш спортсылар  милли көрәш, гер күтәреү, арҡан тартышыу һәм  һуҡма туп буйынса көс һынашты.  

Батырҙар алышы айырыуса мауыҡтырғыс үтте. Һигеҙ ауырлыҡ үлсәмендә уҙған бәйгелә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусылары ҙур уңышҡа өлгәште. Команда беренселегендә улар беренсе урынға сыҡты. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Әбйәлил һәм Баймаҡ көрәшселәре бүлеште. Шулай  уҡ  ярыштар спорттың башҡа төрҙәре буйынса ла ҡыҙыу барҙы. Мәҫәлән, гер күтәреүҙә Көйөргәҙе районы үҫмерҙәре  алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Ә инде арҡан тартыуҙа хужалар, һуҡма туп уйынында хәйбуллаларға тиңләшеүсе табылманы. Дөйөм команда беренселегендә Әбйәлилдәр юғары баҫҡысҡа күтәрелде. Икенсе урынды Хәйбулла районы спортсылары, өсөнсөнө  Белорет ҡалаһы вәкилдәре яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика