Белгород өлкәһендә үҫмерҙәр араһында уҙған ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселегендә Башҡортостан ҡыҙы Альбина Миңлейәрова бронза яуланы 06.01.2015

44 килограмм ауырлыҡҡа тиклемге категорияла Альбина Миңлейәрова өсөнсө урынға лайыҡ булды

Тәү ҡарашҡа нескә билле үҫмер 54 килограммға тиклем  ауырлыҡтағы штанганы күтәрә ала.  Күнекмәләрҙе Альбина 10 килограмм ауырлыҡтан башлай.  Һәр күнекмә һайын ауырлыҡ өҫтәлә бара. Ҡыҙыҡһыныуҙан башланған шөғөл  ҡыҙҙың яратҡан спорт төрөнә әйләнгән.  Ҡатын-ҡыҙҙарға хас булмаған  ауыр атлетикаға һөйөүҙе үҫмерҙә атаһы тәрбиәләгән.  
Альбинаның кәүҙә ауырлығы 39 килограм. Үҙеңдән ауырыраҡ штанганы күтәреү өсөн махсус  техниканы теүәл үтәү шарт. Бының өсөн ауыр атлетика спортсыларына  билбау  һәм махсус аяҡ кейеме талап ителә.  Сығыштар алдынан тулҡынланыу тураһында ла оноторға кәрәк. Юғиһә, уңышҡа ирешеү мөмкин түгел. Оҙайлы йылдарға һуҙылған даими  күнекмәләр ҡыҙға уңыш килтергән.
Ауыр атлетиканы һайлаған спортсылар бөгөн элекке гараж бинаһында шөғөлләнә. Тренерҙар ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышҡан. Күнекмәләр бүлмәһенең донъя стандарттарына яуап бирмәүе Альбинаны артыҡ аптыратмай. Иң мөһиме үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк тигән фекерҙә үҫмер. Ҡыҙ киләсәктә  Олимпия уйындарында сығыш яһарға хыяллана. Уның тырышлығына ҡарап, был хыял тормошҡа ашмаҫ тимә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика