Башҡортостан йөҙөүселәре Ҡазанда үткән ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны

Башҡортостан йөҙөүселәре Ҡазанда үткән ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны 24.08.2015

Был профессиональ булмаған һәм ветеран спортсылар араһында ойошторолған донъя чемпионаты. Призлы урындар өсөн 25 йәштән өлкәнерәк йөҙөүселәр көрәште. Улар араһында Башҡортостандан да ете спортсы бар ине. Яҡташтарыбыҙ эстафетала һәм 50 метрға салҡан йөҙөүҙә иң яҡшы күрһәткескә өлгәште. Республика вәкилдәре артабан 2016 йылда Лондонда уҙасаҡ Европа чемпионатында сығыш яһарға ниәтләй. Әлбиттә, бының өсөн бассейн мәсьәләләһен хәл итеү төп бурыстарҙың береһе.

Юрий Гузовский, «Юность» бассейны директоры: «Бассейн исеменән Башҡортостан командаһы бындай составта тәүге тапҡыр сығыш яһаны. Шуға ҡарамаҫтан спортсыларыбыҙ һынатмай, артабан да юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн көс-ҡеүәт алып ҡайтты. Хәҙер инициатив төркөм  бассейн базаһында бар республиканы берләштерәсәк спорт ветерандары клубын  төҙөү тәҡдимен индерҙе».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика