Башҡорт боксы тарихының яңы бите

Башҡорт боксы тарихының яңы бите 05.11.2014

Һуңғы ҡырҡ йыл эсендә тәүге башҡорт спортсыһы Иван Абрамов Хорватияның Загреб ҡалаһында үткән бокс буйынса континенталь турнирҙа алтын миҙал яуланы. Финалда яҡташыбыҙ Молдавия спортсыһы Юлиан Ивановты еңде.  

Буласаҡ Европа чемпионы Октябрьский ҡалаһының 68-се һөнәрселек лицейында белем алған, әле ул ошонда уҡ күнекмәләр үтә. Соль-Илецкиҙан килгән егет өсөн Октябрьский ҡалаһы икенсе тыуған йортҡа әйләнгән. Бында ул тәжрибәле тренер Нил Ғабдуллин менән осраша. Уҡытыусыһының уға ышанып ҡарауы үҫмергә ҡанаттар ҡуя.
 Иван Абрамов, бокс буйынса Европа йәштәр беренселегенең еңеүсеһе: «Тәүҙә үҙемде спорттың төрлө өлкәләрендә һынап ҡараным. Ләкин бокс менән шөғөлләнә башлағас, башҡаса икеләнеүҙәр ҡалманы».
1974 йылда Валерий Лимасов алтын миҙал яулағандан һуң, башҡорт спортсыларының Европа йәштәр беренселегендә бындай уңышҡа ирешкәне юҡ ине. Хәҙер Иван Абрамов башҡорт боксының яңы тарихын яҙа. Йәш чемпиондың хыялы - Олимпия уйындарында еңеү яулау. Шуға ла ул бар буш ваҡытын рингта уҙғара. Октябрьскийҙа ғына түгел, Өфөлә лә күнекмәләр үтә. Тренерҙар фекеренсә, ныҡышмал һәм тырыш егеттең маҡсатына ирешеү өсөн бөтә мөмкинлектәре лә бар.
Нил Ғабдуллин, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре: «Ваняның һәләте тәбиғәттән бирелгән. Ул бик тәрбиәле, аҡыллы егет. Алдына маҡсаттар ҡуйып теләгәненә ирешә белә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку