Баш ҡала футболсылары 14-се турҙа Мәскәүҙең «Локомотив» клубы менән осрашты 25.11.2014

Турнир регламентына ярашлы, уйын тәүҙә Өфөләге  «Динамо» стадионында үтергә тейеш ине.

Әммә спорт комлексының ҡышҡы миҙгелгә әҙер булмауы сәбәпле, матч дәғүәселәр майҙанына күсерелде. Ә чемпионаттың икенсе әйләнешендә яҡтар Өфөлә көс һынашасаҡ. Кисәге осрашыуға килгәндә, ул 0-0 иҫәбе менән тамамланды. Яҡташтарыбыҙҙың хатта, бер нисә тапҡыр уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге лә бар ине. Шулай ҙа хужаларҙың һуңғы рубежда  ҡапҡа һаҡсыһы ышаныслы торҙо. Бер үк ваҡытта «Өфө» клубының голкиперы Давид Юрченко ла һынатманы. Киләһе турҙы Башҡортостан командаһы 29-сы ноябрҙә  Мәскәүҙең «ЦСКА» футболсылары менән үткәрә. Әйткәндәй, әлеге минуттарҙа армеецтар Чемпиондар лигаһында Италияның «Рома»һына ҡаршы уйнай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика