Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса Рәсәй беренселеге башланды 18.03.2017

Ярышта илдең ике тиҫтә самаһы төбәгенән 300-ләп спортсы ҡатнаша. Бер үк ваҡытта милли көрәш буйынса турнир Әбйәлил районы Хәлил ауылында ла үтте. Мәртәбәле  бәйге ошо төбәктә тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтовтың яҡты иҫтәлегенә арналды.

Рәүеф Дәүләтов Кубогына милли көрәш буйынса ярыш бынан сирек быуат самаһы элек ойошторола башлай. Һәр ваҡыттағыса унда райондың иң көслө көрәшселәре йыйыла. Былтыр Әбйәлилдәр Геройҙың тыуына 100 йыл тулыуҙы киң билдәләне. Байтаҡ йылдар үтһә лә төбәк халҡы данлыҡлы яҡташын бер ваҡытта ла онтомай. Әле Хәлил ауылында Рәүеф Дәүләтовҡа һәйкәл ҡуйылған, музей эшләй, урындағы мәктәп һәм урам уның исемен йөрөтә. Яугирҙың яҡты иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса ярышта Рәүеф Дәүләтовтың батырлығын киләсәк быуындарға тапшырырға мөмкинлек бирә.  
Ярыш уҡыусылар һәм өлкәндәр араһында барҙы. Улар тиҫтәгә яҡын ауырлыҡ үлсәмендә көс  һынашты. Бәйгелә ҡатнашыусы бил бирмәҫ батырҙарҙың бер өлөшө  район намыҫын республика кимәлендә яҡлап сығыш яһай. Әлеге ваҡытта милли көрәш буйынса түңәрәктәр төбәктең барлыҡ мәктәптәрендә лә тиерлек уңышлы эшләп килә. Был йәһәттән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәжрибәле тренерҙар менән тәьмин ителгән.
Көнө буйына барған ярыш һөҙөмтәләре буйынса команда беренселегендә Ишҡол ауылы көрәшселәре төп кубокка лайыҡ булды. Икенселә Ишбулдылар, өсөнсө баҫҡысты Хәлил командаһы яуланы. Абсолют чемпион исеменә Рөстәм Хәйбуллин менән Илдус Мырҙабаев лайыҡ булды. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ойоштороусылар бындай бәйгеләрҙең киләсәктә лә дауам итәсәген белдерҙе. Сөнки ошондай турнирҙар үҫеп килгән быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтыра,  илһөйәрлек рухы тәрбиәләй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика