Бөгөн Өфөлә  грек-рим көрәше буйынса турнир үтте 21.11.2015

Ул СССР-ҙың спорт мастеры, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Ринат Исмәғилевтың яҡты иҫтәлегенә арналды.

Үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр араһында  таҫыллы көрәшселәр менән бер рәттән,  спорттың был төрө менән яңы ғына шөғөлләнә башлаған балалар ҙа  бар ине. Ринат Исмәғилевтың исеме спорт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ваҡытында ул грек-рим көрәше буйынса үҙ ауырлыҡ үлсәмендә алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй. Ә ғүмеренең һуңғы йылдарында йәш быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙа ҙур эштәр башҡара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡурҡыныс сир Ринат Рафиҡ улын бер нисә йыл элек арабыҙҙан мәңгелеккә алып китте. Әммә спортсының ҡулы аҫтында тәрбиәләнгән йәш көрәшселәр төрлө кимәлдәге ярыштарҙың даими еңеүселәре.
Ринат Исмәғилевтың яҡты иҫтәлегенә арналған  турнирҙа республика төбәктәренән, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһынан да спортсылар ҡатнашты. Улар остаздарының исеменә тап төшөрмәй, сағыу һәм матур сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика