«Ай байк Өфө» фестивале үткәрелмәй

«Ай байк Өфө» фестивале үткәрелмәй 27.05.2017

Был турала бөгөн ойоштороусылар хәбәр итте. Ҡәтғи ҡарарҙың сәбәбе хәүефһеҙлек сараларының тулы кимәлдә үтәлмәүенә бәйле. Хоҡуҡ һаҡлау органдары  фестивалдең һәр майҙансығын унда ҡатнашыусыларҙы тикшереү урындары менән йыһазландырыу талабын ҡуйғайны, әммә был «Ай байк Өфө» концепцияһына тура килмәй һәм техник яҡтан мөмкин түгел тип аңлатма бирҙе ойоштороусылар.

Аҙыҡ-түлек фестивале, сәләмәт туҡланыу йәрминкәһе музыкаль майҙансыҡ эшләйәсәк. Әммә был саралар Башҡортостан лайфстайл үҙәге биләмәһенә күсерелә. Иртәнге  сәғәт 8-ҙән һәр теләгән кеше  иң ҙур велосипед рәсемен һынландырыуҙа ҡатнаша аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика