Ауыр бирелгән еңеү 28.10.2016

Бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ боҙонда көнсығыш конференция аутсайдеры, Новокузнецкиҙың «Металлург» клубын ҡабул итте. Турнир таблицаһының һуңғы баҫҡысын биләүгә ҡарамаҫтан дәғүәселәр ҙур ҡаршылыҡ күрһәтте.

Шулай ҙа юлаевсылар индергән 4 шайбаға ҡунаҡтар 3 гол менән генә яуап ҡайтапры алды. Яҡташтарыбыҙҙан уңышҡа Кирилл Капризов, Денис Куляш, Линус Умарк һәм Самми Липесте өлгәште. Киләһе осрашыуын Башҡортостан командаһы йәкшәмбе үҙ боҙонда Новосибирскийҙың «Себер» клубына ҡаршы үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика