2021 йылда ойоштороласаҡ Бөтә Донъя уйындары Өфө ҡалаһында үтеүе ихтимал

2021 йылда ойоштороласаҡ  Бөтә Донъя уйындары Өфө ҡалаһында үтеүе ихтимал 26.07.2014

XI Бөтә Донъя уйындарының  ғаризалар комитеты баш ҡаланың презентацияһын әҙерләй.

 Спорт уйындарына әҙерлек республикала 2011 йылда уҡ башланды. Бөгөн баш ҡаланың милли үҙенсәлектәре, спорт комплекстары һәм өҫтөнлөктәре тураһында китап әҙерләнә. Өс томдан торған китап рус һәи инглиз телдәрендә баҫылған. Уны эшләү өҫтөндә 30-ға яҡын төрлө өлкә белгестәре эшләгән. Әле һуңғы том төҙәтелә, 31 июлдә ул Халыҡ-ара уйындар ассоциацияһыһының ойоштороу комитетына ебәреләсәк. Уйынды үткәреү шарттарына ярашлы, күләмле сараны ҡабул итергә теләүсе ҡалалар исемлеге сер итеп һаҡлана. Ул 2015 йылдың апрелендә билдәле була. Олег Шабанов, XI Бөтә донъя уйындарының ғаризалар комитеты башҡарма директоры: «Эшсе төркөм китапҡа республикала спорт ареналарының торошо, тағы ла төҙөргә кәрәкле объекттар тураһында мәғлүмәттәр индерҙе. Шулай уҡ  уйын концепцияһы, уны асыу тантанаһы, спорт төрҙәре һәм уны үткәреү планы яҙылған. Ҙур эш башҡарылды. Проектты тапшырғас махсус комиссия уның ысынбарлыҡҡа тап килеүен тикшереү өсөн Өфө ҡалаһына киләсәк». Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ғинуарҙа Рәсәйҙә халыҡ-ара спорт уйындарын ойоштороу һәм үткәреү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында Өфө ҡалаһын кандидат булараҡ сығарыу ҡарары ҡабул ителгәйне. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та Башҡортостан халыҡ-ара спорт уйындарын ҡабул итергә әҙер, тип белдерҙе. Бөтә донъя уйындары ассоциацияһы президенты Рональд Фройлих республикаға сәфәрендә уйындарға әҙерлек кимәлен ыңғай баһаланы. Спорт ярыштары 11 көн дауам итәсәк, унда 100 илдән 3600 спортсының ҡатнашыуы көтөлә. Тәүге тапҡыр уйындар 1985 йылда Бөйөк Британияла үтһә, былтыр ярыш Колумбияла ойошторолдо. 2017 йылда спортсыларҙы Польша ҡабул итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку