«Толпар» хоккейсылары Харламов кубогының өсөнсө этабына сыҡты

 «Толпар»  хоккейсылары Харламов кубогының өсөнсө этабына сыҡты 19.03.2015

Бөгөн Венер Сафин тәрбиәләнеүселәре Төмән ҡалаһында Ханты-Мансының «Югра мамонттары»н отоп, серияла  3-1 иҫәбе менән еңеү яуланы.

Яҡтар араһында үткән дүртенсе осрашыу яҡташыбыҙ Антон Слепышев өсөн ысын мәғәнәһендә бенефисҡа әүерелде. Сөнки ул дәғүәселәр ҡапҡаһы артында өс тапҡыр ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Шулай итеп хет-трик авторы кисә малай тапҡан һөйгәненә оло бүләк яһаны. «Толпар» клубынан тағы ла бер шайбаны Михаил Воробьев индерҙе. Майҙан хужалары иһә өс гол менән яуап ҡайтарҙы. Уйын Башҡортостан командаһы файҙаһына 4-3 иҫәбенә тамамланды.  Көнсығыш дивизиондың ярымфиналында йәш хоккейсыларыбыҙ Түбәнге Новгородтың «Чайка» клубы менән осрашыр тип көтөлә. Әлеге минуттарҙа улар  «Кристалл» менән дүртенсе осрашыуын уҙғара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика