«Өфө» футболсылары төҙөкләндерелгән «Нефтсе» стадионында үҙенең тәүге тубын индерҙе

«Өфө» футболсылары төҙөкләндерелгән «Нефтсе» стадионында үҙенең тәүге тубын индерҙе 05.10.2015

Уның авторы ярым һаҡсы Семен Фомин. Әммә был уңыш Башҡортостан командаһына еңеү килтермәне.

Рәсәй чемпионатының ун беренсе туры сиктәрендә Игорь Колыванов тәрбиәләнеүселәре «Краснодар» клубын ҡабул итте. Әйтергә кәрәк, дәғүәселәр был уйынға күтәренке кәйефтә сыҡты. Сөнки  улар бер нисә көн элек Европа лигаһында еңеү яулауға өлгәште. Шуға ҡарамаҫтан, иҫәпте майҙан хужалары асты. Көтмәгәндә Семен Фоминдың йыраҡтан типкән тубын  ҡунаҡтарҙың ҡапҡа һаҡсыһы кире ҡаға алманы. Әммә көйәрмәндәрҙең ҡыуанысы оҙаҡҡа һуҙылманы. «Краснодар» футболсыһы Павел Мамаев яуап тубы индерҙе. Шулай итеп көсөргәнешле уйын 1-1 иҫәбе менән тамамланды.  Киләһе турҙа «Өфө» клубы Ҡазанда урындағы «Рубин» менән осраша. Әле был командалар етешәр мәрәй менән турнир таблицаһының һуңғы урындарының береһен бүлешә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика