«Өфө-Алиса» ҡатын-ҡыҙҙар гандбол клубы 2016 йылдың һуңғы матчын үткәрҙе

«Өфө-Алиса» ҡатын-ҡыҙҙар гандбол клубы 2016 йылдың һуңғы матчын үткәрҙе 26.12.2016

Был юлы команда көслө дәғүәсе - Краснодарҙың «Кубан»ен ҡабул итте.

Ҡунаҡтарҙың тренеры - Рәсәй йыйылма командаһы етәксеһе, олимпия уйындары чемпионы Евгений Трефилов. Кубань составында шулай уҡ Риоға олимпиадаға барған биш уйынсы. Шуға ла матч башында уҡ ҡунаҡтарҙың иҫәп буйынса алға сығыуы аптырарлыҡ түгел. Өфө гандболсылары, нисек кенә тырышмаһын, уйын барышын үҙ файҙаһына бора алманы. Ул 19-ға 37 иҫәбе менән тамамланды. Ғинуарҙа «Алиса»лар Майкоп һәм Краснодар ҡалаларына юлланасаҡ. Команданың баш тренеры Игорь Саранец ҡыҙҙарға алдағы уйындарҙа еңеү яулау өсөн психологик әҙерлек өҫтөндә эшләргә кәрәк тигән фекерҙә.
Игорь Саранец, «Өфө-Алиса» гандбол клубы баш тренеры: «Уйын ваҡытында ҡыҙҙар бик ябай хаталар эшләй, ә күнекмәлә ундай проблема юҡ. Шуға команда матч ваҡытында ҡаушап төшә тигән һығымтаға килдек, хәҙер спортсыларға үҙ-үҙенә ышаныс ҡайтарыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика