Заман уңайлыҡтары

Заман уңайлыҡтары 03.02.2015

Йыл башынан  һәр кем үҙ иҫәбенә эш биреүсеһе күпме иғәнә күсереүен күҙәтә ала. Бының өсөн Пенсия фондының яңыртылған сайтында теркәү үткән Рәсәй кешеһенең шәхси кабинеты булдырылған. Яңы электрон сервис мөмкинлектәре менән бөгөн Өфөгә сәфәре барышында Премьер-министр Дмитрий Медведев танышты.  

Бөгөн Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең күбеһе Пенсия фондында шәхси кабинеттар астырған.  Улар сиратһыҙ ғына өйҙән тороп электрон хеҙмәт менән файҙалана ала. Илдең пенсия фонды идаралығы рәйесе Антон Дроздов билдәләүенсә,  проект ярҙамында һәр кем үҙенең билдәләнгән пенсия хоҡуҡтары,  пенсия күләме, шулай уҡ социаль түләүҙәр, шул иҫәптән ,,Әсәлек капиталы" хаҡында белеү мөмкинлегенә эйә. Страховкаланған шәхестең кабинеты Рәсәй Пенсия фондының рәсми порталында урынлашҡан.
Дмитрий Медведев шәхси кабинетта теркәлгән кешеләр һаны менән ҡыҙыҡһынды. Бөгөн хеҙмәт менән  12 миллион кеше файҙалана. Күҙаллауҙар буйынса, был һан киләһе йыл 20 миллионға барып етәсәк.
Онлайн режим¬дағы хеҙмәт бөтә граждандар өсөн дә уңайлы һәм файҙалы буласаҡ.  
Бынан тыш, рәсми делегация клиенттар залына ҡуйылған илебеҙҙә етештерелгән ҡорамалды баһаланы. Килеүселәрҙе хеҙмәтләндереүсе бөтә терминалдар яңы Рәсәй технологиялары буйынса эшләнгән. Был импортты алмаштырыу шарттарында айырыусы мөһим.
Страховка пенсиялары - 1 фев¬ралдән, ә социаль пенсиялар 1 апрелдән мотлаҡ индексациялана. Июлдәге иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан резерв фондында өс триллион һум ятыуы социаль йөкләмәләрҙең тулы күләмдә үтәлеүенә ышаныс бирә.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика