Ысынбарлыҡ мөмкинлектәргә тап килмәй 16.03.2017

Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһындағы тауар әйләнеше, иҡтисади бәйләнештәр күпкә һөҙөмтәлерәк була ала. Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе хакимы менән осрашыуҙа белдерҙе. Сит ил вәкилдәре Башҡортостанға хеҙмәттәшлек даирәләрен, сауҙа өлкәһен тағы ла киңәйтеү ниәте менән килгән.

Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, Үзбәкстан Башҡортостан өсөн һәр ваҡыт  туғандаш республика һаналды. Иҡтисади йәһәттән дә хеҙмәттәшлек бәйләнештәре ныҡлы. Ләкин һуңғы йылдарҙағы донъяуи финанс ауырлыҡтар тауар әйләнешен күпкә кәметкән. Ә потенциал ярайһы уҡ ҙур, тине Премьер-министр.
Әле Башҡортостан Үзбәкстанға химия, нефть химияһы, металлургия, автосәнәғәт, урман хужалығы тауарҙары оҙата. Ә сит илдән беҙгә автомобилдәр, текстиль, аҙыҡ-түлек оҙатыла. Үзбәкстан вәкилдәре был исемлекте күпкә арттырырға иҫәп тота. Осрашыуҙа ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыусы килешеү төҙөлдө.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика