Ярҙам адресатҡа барып еткән

Ярҙам адресатҡа барып еткән 21.02.2015

Был аҙнала Ҡырымдың Белогорск районында Башҡортостандан инспекция эшләне. Делегацияны шефлыҡҡа алынған төбәккә ебәрелгән аҡсаларҙың маҡсатҡа ярашлы тотонолоуы ҡыҙыҡһындырҙы. 2014 йылдың апреленән алып Башҡортостан  халҡы Белогорсктар өсөн 200 миллион һумдан ашыу матди ярҙам күрһәткән.

Ике төбәктең оператив хеҙмәттәшлек штабтары инспекцияны райондың Зуя ҡасабаһынан башланы. Бында шефлыҡ ярҙамы мәктәпкә, амбулаторияға, шулай уҡ торлаҡ йорттарға күрһәтелгән. Дөйөм алғанда, райондың төп бәләһе - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ. Биналар оҙаҡ йылдар бер ниндәй төҙөкләндереү күрмәгән, ҡыйыҡтан һыу үтеүе урында йәшәүселәр өсөн ябай күренеш.
Сергей Жуковский, Зуя ҡасабаһында йәшәүсе: «Беҙ бишенсе ҡатта йәшәйбеҙ, ямғыр,  ҡар һыуы тура фатирға аға торғайны. Сарлаҡҡа тас, биҙрә ҡуйып хәлдән тая инек. Күптәр яуын мәлендә, ҡар ирегәндә бөтөнләй фатирынан китеп торорға мәжбүр булды. Хәҙер ниһайәт, баш өҫтөбөҙҙә ҡоро. Бик шатбыҙ».
Ошондай уҡ күренеш ҡасабаның мәктәбенә лә хас. Торлаҡ йорттарҙан айырмалы рәүештә, бинала тәҙрәләр ҙә алмаштырылған. Хәҙер уҡыусылар дәрестә өҫ кейемдәрен һалып ултыра ала. Сөнки ел өрмәй, яңы ҡаҙанлыҡ температур режимды кәрәкле кимәлдә тота. Үҙгәрештәргә уҡыусылар ҙа, педагогтар ҙа ҡыуанып бөтә алмай.  
Район үҙәгендә лә хәлдәр яҡшы тип әйтеп булмай. Шул уҡ иҫкергән түшәмдәр, таушалған биналар, емерек юлдар. Ҡаланы һыу менән тәьмин итеү селтәре лә авария хәлендә. Белгестәр әйтеүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бында 90 процентҡа туҙған.
Белогорск ҡалаһын һыу менән тәьмин итеү селтәре тик бер һыҙаттан ғына тора. Ә торбалар 20 йылдан ашыу алмаштырылмаған. Ниндәйҙер участкала авария булған осраҡта, слесарҙаргә бәтә ҡаланы тиерлек һыуһыҙ ҡалдырырға тура килгән. Ике төбәк араһындаға хәҙмәттәшлек сиктәрендә мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә тигән ҡарар ҡабул ителә. Әле бында иҫкергән коммуникацияларҙа яңы полипропилен торбаларға алмаштырыу бара.
Башҡортостандың Белогорск районына ярҙамы сиктәрендә 37 объектта капиталь төҙөкләндереү үткәрелгән. Бынан тыш, төбәк төҙөлөш материалдары, яғыулыҡ, комбайндар, мәктәп автобустары, компьютерҙар, дарыуҙар менән тәьмин ителгән. Бындай иғтибарҙы күптән күргәнебеҙ юҡ ине, ти  район халҡы. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, Башҡортостан күрһәтелгән ярҙам кимәле буйынса алдынғылар рәтендә.
Сергей Новиков, Башҡортостандың Белогорск районына ярҙам итеү буйынса оператив штабы етәксеһе: «Ҡырымға ярҙам итеү сараларына Башҡортостан тәүгеләрҙән булып ҡушылды, мартта уҡ республиканан тәүге ылау  оҙатылды. Артабан Белогорск районы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө, әле беҙ уға ярашлы эш алып барабыҙ. Сағыштырмаса, Башҡортостан был йүнәлештә  башҡа төбәктәрҙән алда килә».
Инспекция аҡсаларҙың маҡсатҡа ярашлы тотонолоуон асыҡланы. Белогорск районына ваҡытында күрһәтелгән ярҙам төбәктә урып- йыйыу эштәрен башҡарыуҙы, йылытыу миҙгелен үткәреүҙе, социаль объекттарҙың артабанғы эшен тәьмин иткән. Һәм бөгөн дә Белогорск районы халҡы иртәге көнгә өмөт менән ҡарай, ә был барлыҡ сығымдарҙан да өҫтөнөрәк.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика