Ябай халыҡ менән осрашыу  йәмәғәтселекте борсоған проблемаларҙы, идара итеү системаһындағы етешһеҙлектәрҙе асыҡларға, чиновниктарҙың эшен баһаларға ярҙам итә 20.02.2016

Был турала Республика башлығы төрлө  мөрәжәғәттәр менән килеүселәрҙе ҡабул иткән мәлдә белдерҙе. Кешеләрҙе төрлө мәсьәләләр борсой. Берәүҙәр Сипайловоның «Ҡашҡаҙан» паркындағы урманды, икенселәр һөт кухняһын һаҡлап ҡалыу теләге менән яна, бәғзеләрҙе воркаут фестивален ойоштороу йәки Гватемалела майа ҡәбиләһе өсөн клиника төҙөү хаҡында хыяллана.

Был кадрҙар быйыл Әлшәй районында төшөрөлгән. Турникта осҡон һымаҡ әйләнгән егеттәр воркаут менән шөғөлләнә,  быйыл улар Өфөлә  ошо спорт төрө буйынса Евразия фестивален ойошторорға ла ниәтләй.
Воркаут хәрәкәте республикала 4 йыл элек барлыҡҡа килгән, ошо арала егеттәр үҙ тырышылыҡтары менән 10  майҙансыҡ төҙөгән, төрлө саралар үткәргән. Беҙҙә  воркаут яңы үтеп инһә лә сит  төбәктәрҙә ул киң таралған, шуға күрә Өфө фестиваленә килергә теләк белдереүселәр күп.
Ә бына Стәрлетамаҡтан килгән әсәйҙәрҙе һөт кухняһының булмауы борсой. Был учреждениела күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе сабыйҙарға һөт ризыҡтары таратыла. Ә Стәрлетамаҡта ул ябылған, әсәләргә  кефир, эремсек урынына  ҡоро һөт ҡатнашмалары бирелә. Гүзәл заттар  әйтеүенсә, улары ла  ваҡытында таратылмай, икенсенән сифатһыҙ, ҡулланырлыҡ түгел. Һөт илендә йәшәп  тә сабыйҙарға үҙебеҙҙең һөт ризыҡтарын бирә алмайбыҙ, тип зарлана ҡатын-ҡыҙҙар.
Республика башлығы  һорауҙы контролгә алырға ҡушты.  Сөнки бөгөн һөт кухнялары менән бәйле проблема күп ҡалаларға хас. Мәҫәлән, Өфөлә ул берәү генә ҡалған. Социаль өлкәгә ҡағылған тағы бер һорау менән табип-инфекционист Виктория Валикова мөрәжәғәт итте. Ул Гватемалела майа ҡәбиләһе өсөн  клиника төҙөү ниәте менән яна. Сөнки төбәктә  тәүге медицина ярҙамы  күрһәтеү урыны юҡ, майалар әле булһа ла өйҙә, кендек әбейҙәре ҡулында бала таба, төрлө сирҙәрҙән ҡырыла. Табип тейешле сумманың күбеһен, йәғни 1 миллиондан ашыу аҡсаны социаль селтәрҙәр аша йыйған,  эш «Ер сигендәге клиника» проекты сиктәрендә башҡарыла.  Өфө табибы февраль аҙағында юлға сыға, тейешле урынға  маршрут Америка, Мексика аша ята.
Республика башлығы мәрхәмәтле табипҡа мәғлүмәти ярҙам күрһәтәсәктәрен дә белдерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ ер, торлаҡ менән бәйле  проблемалар күтәрелде, «Ҡашҡаҙан» паркындағы  урманды һаҡлау  буйынса ла мөрәжәғәттәр булды. Рөстәм Хәмитов һәр һорауға ентекле яуап бирҙе.
Һорауҙар төрлө, әммә был кешеләрҙең йәшәү рәүеше оҡшаш. Улар тирә-йүндәге ваҡиғаларға, проблемаларға битараф түгел.  Һәм тап  әүҙем кешеләр йәмғиәтте алға этәреүсе көс булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика