Яҙ һәм хеҙмәт байрамы 01.05.2017

Был дата донъяның тағы ла 142 илендә билдәләнә. Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, 1 май байрамы 1891 йылдан алып ойошторола, ә Октябрь революцияһынан һуң рәсми рәүештә билдәләнә башлай. Шул осорҙан алып йыл һайын эшселәр лозунгтар күтәреп митингтарға сыға башлай. Йола әле лә дауам итә. Бөгөн баш ҡала халҡы Профсоюздар йорто алдындағы майҙанға йыйылды.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай  Кәрим һәйкәле эргәһендәге майҙанда иртәндән үк  халыҡ күп. Митинг сәғәт ун берҙә башланыуға ҡарамаҫтан, күпселек алдан уҡ килеп торған, бигерәк тә оло быуын вәкилдәре. Бала саҡтан таныш, ҡәҙерле, көтөп алынған байрам,  транспоранттар тотоп  урамдар буйлап үткән саҡтар,  тау битләүендә йомортҡа тәгәрәтеп ашағандар иҫкә төшә, ти улар.
Лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, йәштәргә эш урындары, эшсе һөнәрҙәргә иғтибарҙы арттырыу, студенттарға стипендия,  хаҡлы ялдағыларға пенсия күләмен күтәреү, балаларҙың ялын ойоштороу. Митингҡа сығыусыларҙың талаптары халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыуға ҡағыла.  Плакаттарҙа ла ошондай уҡ лозунгтар яҙылған. Профсоюздар фекеренсә, бында күтәрелгән  проблемаларҙың барыһы буйынса ла эш алып барыла, Хөкүмәт,  эш биреүселәр һәм профсоюздар араһында өс яҡлы килешеү төҙөлгән,  документтағы  пункттар һөҙөмтәле ғәмәлгә ашырыла.
Совет заманында  хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө булараҡ билдәләнгән  дата хәҙер Яҙ һәм хеҙмәт байрамы тип нарыҡлана.  Бөгөн көндөң ҡояшлы, сыуаҡ булыуы халыҡҡа айырыуса яҡшы кәйеф өҫтәне. Килеүселәр сығыш яһаусыларҙың телмәрҙәрен дә, сәхнә оҫталарының сығыштарын да дәррәү алҡыштар менән оҙатты.
Митингға килеүселәр дәртле көйҙәр аҫтында бейеүгә төштө, күңел асты.  Шул уҡ ваҡыттта теләктрә ҙә юҡ түгел, митингта күтәрелгән проблемалар  ғәмәлгә ашырылырға, һүҙҙә генә тороп ҡалырға тейеш түгел.
Йылдар дауамында  1 май байрамының исеме бер нисә тапҡыр үҙгәрһә лә, төп мәғәнәһе, аыслы шул килеш ҡала. Был көн  тотош халыҡты берләштергән дуҫлыҡ байрамы. Майҙанға бөгөн дә  йәмәғәтселектең шығырым тулып килеүе үҙе үк бында күтәрелгән  проблемаларҙың көнүҙәклеген иҫбатлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика