Власть кешеләрҙең үтенесен ишетергә, көнүҙәк мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә бурыслы 08.11.2016

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов мөрәжәғәт итеүселәрҙе  ҡабул итеү барышында белдерҙе.

Ете айлыҡ Рамаҙан баш ҡаланың «Һөйөклө сабый» абилитация үҙәгендә ауырыуҙарға ҡаршы торорға өйрәнә. Бер нисә йыл элек шәхси һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы табиптары уның апаһын ауыр сирҙән һуң аяҡҡа баҫтырған. Шуға неанотолог Фәйрүзә Латипова ҡулланған дауалау алымдарына ышаныстары сикһеҙ.
Баланың иммунитетын нығытыу, ҡурҡыныс сиргә дусар булыу мөмкинлеген алдан иҫкәртеү хәйерлерәк, тигән фекерҙә табип-неанотолог Фәйрүзә Латипова. Сабыйҙарҙы ул иркәләп кенә, ауырттырмайынса дауалау яҡлы. Йәмғиәтебеҙҙә инвалид балалар һаны артыуын да, тап медициналағы иҫкесә ҡарашҡа бәйләй. Тыумыштан кәмселектәре булған кескәйҙәргә һуңлап күрһәтелгән реабилитация түгел, ә абилитация үтергә кәрәк, тигән фекерҙе бөгөн ул Башҡортостан башлығына ла еткерҙе.
Башҡортостан башлығы бөгөн тиҫтәгә яҡын мөрәжәғәт итеүсене ҡабул итте. Осрашыуға килеүселәр барыһы ла тиерлек ауылдаштары, биҫтәләштәре, ерҙәштәре мәнфәғәттәрен яҡлап Өфөгә юл тотҡан. Белорет районы Отнурок ауылынан Виктор Пелисов, мәҫәлән, төпкөлгә электр уты һуҙыуҙарын үтенә, Өфө районы Дмитриевка ауылынан Зөлфиә Халиҡова балалар баҡсаһы төҙөүҙе һорап яҙылған коллектив хатты еткерҙе.
Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Асия Садиҡова Өфөнөң элекке «Химиктар» мәҙәниәт йорто алдын төҙөкләндереү яҡлы. Мөғәллимә был тирәлә фонтанлы парк асыуҙарын үтенә. Черниковка биҫтәһе халҡының һорауын иҫәпкә алып,  биләмәне төҙөкләндереү проекты әҙерләнгән. Уны киләһе йылдарҙа бойомға ашырыу ҡарала. Эш барышы Башҡортостан башлығының шәхси күҙәтеүенә алынды.
Власть халыҡ өсөн эшләргә тейеш. Башҡортостан башлығы фекеренсә, граждандарҙың хоҡуҡ мәнфәғәттәрен тәьмин итеү, тәү сиратта уларҙың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙән башлана. Шуға ла урындағы етәкселәр мөрәжәғәттәргә яуаплыраҡ ҡарарға бурыслы. Тормоштағы ысынбарлыҡ менән бәйләнеште юғалтырға ярамай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика