Власть бәхәсле мәсьәләләрҙе тыныс хәл итеүгә булышлыҡ итергә тейеш 09.06.2016

Был турала бөгөн суд приставтарының 7-се халыҡ-ара конференцияһында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Мәжбүри башҡарыу системаһын камиллаштырыу өлкәһендә фекер алышырға Өфөгә 22 ил вәкиле йыйылды.

Өфө йәнә халыҡ-ара фекер алышыу үҙәгенә әйләнде. Был юлы Башҡортостандың баш ҡалаһында иң тынғыһыҙ хеҙмәт вәкилдәре суд приставтары йыйылды. Залдағыларҙы тәбрикләү телмәрендә Башҡортостан башлығы ла ведомство вәкилдәре эшмәкәрлегенең әһәмиәтенә туҡталды. Һуңғы ососрҙа ғына улар дәүләт ҡаҙнаһын 1 миллиард һумға тулыландырған.
Конференция быйыл 7-се тапҡыр үтә. Йыйын Федераль суд приставтары хеҙмәте, суд башҡарыусыларының халыҡ-ара берлеге һәм Башҡортостан хөкүмәтенең уртаҡ көсө менән ойошторолған. Быйылғы фекер алышыу темаһы башҡарыу документтарында мөлкәткә ҡағылмаған талаптарҙы үтәү тәртибе, мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдарына арнала. Дәүләттәр һәм  закондар төрлө булыуға ҡарамаҫтан, бәхәсле хәлдәрҙе көйләү уртаҡ алымдар талап итә.  
Франсуаза Андрие, суд башҡарыусыларының халыҡ-ара берлеге президенты: «Конференцияның маҡсаты, барыбыҙ өсөн дә хас мәсьәләргә уртаҡ хәл итеү юлдары эҙоәп табыу. Система эшмәкәрлеген камиллаштырыу».Суд ҡарарҙарын башҡарыу системаһын  камиллаштыу тәжрибә уртаҡлашыу юлы менән генә мөмкин. Мәсьәләне уңышлы хәл итеү өсөн уға фәнни ҡараш мөһим. Шуға ла Өфөгә төрлө илдәрҙән был эш менән даими шөғөлләнеүсе хеҙмәткәрҙәрҙән тыш, ғилми эшмәкәрҙәр, хоҡуҡ белгестәре килгән.
Амангилде Абулов, Ҡаҙағстандың шәхси суд башҡарыусылар берлеге вәкиле: «Беҙҙең хеҙмәт өсөн дә бик кәрәкле тип уйлайбыҙ. Тәжрибә уртаҡлашыу, мәсьәләрҙе хәл итеү юлдарын өйрәнеү барыһы өсөн дә яҡшы».
Андрис Споре, Латвияның суд башҡарыусылар советы рәйесе: «2003 йылдан Латвияның Суд ҡарарҙарын башҡарыу шәхси ҡулдарыға тапшырлған. Дәүләт беҙгә биргән вәкәләттәр нигеҙендә эшләйбеҙ. Рәсәйҙә хәл башҡасараҡ, әммә эш итеү алымдары оҡшаш. Шуға ла фекер алышыу файҙалы».
Ли Тхи Ким, Вьетнам юстиция министрлығының суд ҡарарҙарын башҡарыу идаралығы етәксеһе: «Иртәгә был конференцияла ҡабул ителгән ҡарарҙар нигеҙендә  мөлкәткә ҡағылмаған талаптарҙы башҡарыу өлкәһендә Вьетнам республикаһы  закондарына ла төҙәтмәләр индерелеүе бик мөһим. Донъя кимәлендәге тәжрибәне өйрәнеү файҙалы».
Наваан Гантулга, Монголияның  суд ҡарарҙарын башҡарыу системаһына белгестәр әҙерләү институты етәксеһе: «Конференцияның әһәмиәте унда ҡабул ителгән ҡарарҙар нигеҙендә ҡанундарҙың камиллашыуында күренә. Быға тиклем үткән форумда бурыслыларҙың хоҡуғын сикләү тураһында фекер алышҡайныҡ. Әле закон күп илдәрҙә ғәмәлгә инә».
Халыҡ-ара форумдар ике аралағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлеге лә бирә. Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең Суд приставтары  хеҙмәте  менән Монголияның юстиция министрлығы ҡарамағындағы маршалдар  генераль идаралығы араһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Документ суд ҡарарҙарын башҡарыу өлкәһендә ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыуҙы күҙаллай.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика