Ветерандар ихлас ҡараш талап итә 28.12.2015

Уларға ҡағылышы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә күҙ буяу менән шөғөлләнмәгеҙ. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләүҙең ойоштороу комитетының йомғаҡлау ултырышында белдерҙе. Алты йылдан ашыу илдә Ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса закон эшләүгә ҡарамаҫтан тейешле квадрат метрҙарынан мәхрүм ҡалған сал сәсле яугирҙар бихисап. Ватан өсөн ҡан ҡойған ҡаһармандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу беҙҙең төп мөҡәддәс бурыс тиелде ултырышта.

Сәсенә сал төшкән фронтовик Ғәйнетдин Ғәлимов  бушҡа ғына күҙ йәштәрен түкмәй. Утлы йылдар аша үткән яугир яҡташыбыҙ торлаҡ шарттарына зарлана. Ул йәшәгән йорт уңайлыҡтарһыҙ. Икенсе ҡаттан  ҡултыҡ таяғы менән төшөп, урамда саф һауа һулар өсөн дә байтаҡ көс түгергә кәрәк уға. Түрәләрҙең ишеген шаҡыуҙар әлегә һөҙөмтә бирмәгән. Ватан өсөн йәнен ауямаған яугирга,  закон тарафынан ҡаралған квадрат метрҙарын бүлеү билдәһеҙ сәбәптәр менән оҙаҡҡа һуҙылған.  
Ғәйнетдин Ғәлимовтың мәсьәләһе тиҙҙән хәл ителергә тейеш. Был турала Ейәнсура районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Федераль аҡсалар килеп етеү менән ветеранға яңы торлаҡ бүленәсәк тип ышандырҙы урындағы етәкселек. Республика буйынса иһә торлаҡ мәсьәләһе хәл итеүҙе көткән меңгә яҡын яугир яҡташыбыҙ бар. 10 мең Бөйөк Ватан һуғышы ветераны  һуңғы йылдарҙа фатир асҡысын алған.
Оло быуын вәкилдәренә рухи таяныс булыу, уларҙың ғүмерен оҙонайтыу буйынса ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк тип билдәләне республика башлығы. Был йүнәлештә ул табиптарға ҙур бурыс төшә. Шулай ҙа республика башлығы ултырышта яңғыраған телмәрҙәрҙән ҡәнәғәт ҡалманы. Улар түрәләрсә яҙылған, кешелеклек юҡ был һүҙҙәрҙә тип билдәләне Рөстәм Хәмитов Залдағыларҙы ветерандар менән ихлас күңелдән эш итергә саҡырҙы.
Ултырышта тарихты тергеҙеүгә, Бөйөк ватан һуғышы батырҙарының яҙмышын асыҡлауға ҙур өлөшө индергән республика эҙәрмәндәре лә бүләкләнде. Уларға оборона министрлығының махсус миҙалы тапшырылды. Дәүләкән ҡалаһының «Йәш Вауровсы» эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Римма Шәфиғуллина 30 йыллыҡ эш тәжрибәһе булған педагог. Буш ваҡытын ул  хәбәрһеҙ юғалған яугир яҡташтарыбыҙҙың яҙмышын асыҡлауға арнаған. Был еңеүселәр нәҫеле иңенә төшкән иң изге бурыс тип иҫәпләй ул.
Бөйөк  Еңеүҙең 70-се яҙы ла тарихҡа инеп ҡалды. Был көн беҙҙән алыҫлашҡан һайын уның тере шаһиттары ла кәмей бара. Утлы юлдар аша үтеп илебеҙгә азатлыҡ бүләк итеүсе нәҫел һәр төрлө хөрмәтләүгә лайыҡ тип билдәләне Башҡортостан башлығы. Шуға ла ойоштороу комитеты даими режимға күсерелә, артабан ул ветерандар эше буйынса комитетет тип аталасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика