Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сара бөгөн иртән Еңеү паркындағы «Мәңгелек ут» янында Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә  сәскә гөлләмәләре һалыу тантанаһы менән башланып китте 23.02.2016

Республика етәкселеге, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары   тыуған еребеҙҙең именлеге, тыныс киләсәге өсөн һәләк булған, беҙҙең аранан киткән ҡаһармандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

23 февралдә билдәләнгән был байрамға исемен бер нисә тапҡыр үҙәртергә тура килә. Ҡыҙыл армия һәм һауа-диңгеҙ флоты  көнө, Ҡораллы көстәр байрамы, хәҙер  Ватанды һаҡлаусылар көнө. Әммә уның төп асылы шул килеш ҡала. Ул илдең тыныслығы, именлеге һағында тороусыларҙы данлау,  аяҙ күк өсөн ҡорбан булыусыларҙы иҫкә алыу  көнө.  Шуға күрә был байрам сал сәсле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн айырыуса ҡәҙерле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика