Украиналағы хәрби сыуалыштарҙан ҡасып Рәсәйгә һыйыныусыларҙың     йәшәйешен тьәмин итеү өсөн ил хөкүмәте өс миллиард ярым һум аҡса бүлде 22.07.2014

Был турала бөгөн Рәсәй төбәктәре менән видеоселектор кәңәшмәһендә Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев белдерҙе. Фекер алышыуҙа республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Федераль миграция хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы әлегә 144 меңдән ашыу Украина гражданы Рәсәйгә һыйынырға теләк белдергән. Урындағы власть вәкилдәренә уларҙың мәшғүлеген тьәмин итеү бурысы ҡуйыла.  Көҙгә табан, яңы уҡыу йылы яҡынлашау менән ҡасаҡ балаларҙы мәктәптәргә урынлаштырыу мәсьәләһе лә  киҫкенләшәсәк. Медведев  ярҙамды ойоштороу һәм аңлатыу эштәрен йәйелдереү кәрәклеген билдәләне. Ҡасаҡтар балалар баҡсаһы, мәктәп һәм юғары уҡыу йорттарында урынлашыу өсөн кемгә һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тейешлеген аныҡ белергә тейеш тип билдәләнде кәңәшмәлә.
    
Башҡортостан хөкүмәтендә хәрби сыуалыштарҙан ҡасып Рәсәйгә һыйынған  Украина граждандарының йәшәйешен тьәмин итеү маҡсатында махсус оператив штаб ойошторолған. Уларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу буйынсаБашҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты профилакторийҙары нигеҙендә  ике пункт эшләй. Ҡасаҡтарға уларҙың мәсьәләләрен хәл итеүгә  өсөн эшләгән ойошма һәм ведомстволар тураһында мәғлүмәт таратылған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда әле 2 меңгә  яҡын ҡасаҡ рәсми рәүештә  урынлаштырылған. Уларҙың йөҙҙән ашыуы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  махсус самолет сәфәре менән Өфөгә килтерелгән, ҡалғандары миграция хеҙмәтенә иҫәпкә үҙҙәре баҫҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика