Тыуымдың кәмеүе аборттарға бәйле 02.02.2017

Республикала былтыр ғына 17 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ  йөклөлөктө өҙгән. Был һандар йылдан -йыл кәмей , шулай ҙа тынысланырға иртәрәк. Киләһе йылға бала алдырыу процедураларын өс меңгә аҙайтыу бурысы ҡуйылды. Юғиһә тотош Рәсәйҙә күҙәтелгән  халыҡ  кәмеүен туҡтатыу  мөмкин түгел. Был турала Рөстәм Хәмитов тыуым мәсьәләренә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Төбәк башлығы билдәләүенсә, туҡһанынсы йылдарҙағы демографик хәл эҙемтәләрен тәбиғи алымдар менән яҡшыртыу мөмкин түгел. Шуға ла экстракорпораль аталандырыуҙы әүҙемләштереү, бала алдырыу процедураларын кәметеү , әсә һәм бала сәләмәтлеген яҡшыртыу кеүек эштәрҙе йәннләндереү мөһим, тине төбәк етәксеһе.

Экстракорпораль  медицина процедураһы тураһында асыҡтан-асыҡ әйтергә ҡыйынһыналар, шуға, әсә бәхете татыусы йөҙөн күрһәтмәй генә төшөргә риза булды. Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында йәшәүселәр өсөн ул  күптән ғәҙәти күренеш булһа, беҙҙә  "заман медицинаһы ярҙамы менән донъяға килгән сабыйға кәмһетеп ҡарарҙар", тигән фекер йәшәп килә. Шулай ҙа ЭКО менән тыуған балалар һаны арта ғына.

Былтыр республикала 880 гүзәл зат яһалма аталандырыу нигеҙендә  бәпес тапҡан. Ә был процедураны үтергә теләүселәр һаны байтаҡҡа күберәк.  Сиратты кәметеү һәм демографик хәлде яҡшыртыу  маҡсатында Башҡортостан быйыл  ЭКО-ға  квоталар һанын арттырырға ҡарар иткән.  

Экстракорпораль аталандырыу һәм аборттар һанын кәметеү демографик хәлде яҡшыртыуҙың төп йүнәлештәре тип билдәләнде. Тәбиғи юл менән халыҡ һанын арттырыу әле мөмкин түгел. Сөнки һуңғы аралағы тыуым кәмеүе 90 йылдарҙағы демографик хәлгә, хатта һуғыштан һуңғы осорға ла бәйле .

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, тыуымды арттырыу буйынса комплекслы эш алып барылырға тейеш. Әсәлекте яҡлау, сабыйҙар, хеҙмәт йәшендәге халыҡтың үлемен кәметеү менән бер рәттән,  тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу, дөйөм халыҡ сәләмәтлеген нығытыу, медицинаны  яҡшыртыу ҙа талап ителә, тине республика башлығы. Сөнки түлһеҙлектең артыуына күп факторҙар йоғонто яһай. Киләсәктә хатта әрмегә алынасаҡ егеттәрҙе комиссия үткәргәндә түлһеҙлеккә тикшереү индереүҙәре ихтимал. Сөнки тыуымдың кәмеүендә ир-егеттәрҙең дә өлөшө ҙур.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика