Тырыштарға - дәүләт наградалары

Тырыштарға - дәүләт наградалары 09.10.2015

Хеҙмәт һөйгән кешеләрҙең көндәлек эше дәүләт иғтибарынан ситтә ҡалмай. Бөгөн дә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Алты тиҫтәнән ашыу кешенең хеҙмәттәге фиҙаҡәр ҡаҙанышы ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.

Төрлө тармаҡтарҙа эшләһәгеҙ ҙә һеҙҙе юғары һөнәри оҫталык, яуаплылыҡ, һөнәргә тоғролоҡ кеүек сифаттар берләштерә, тине тәбрикләү һүҙендә Рөстәм Хәмитов.  Республиканың төп дәүләт байрамы алдынан юғары наградаға эйә булыу ысынлап та, оло мәғәнәгә эйә. Сөнки залға йыйылыусыларҙың барыһы ла төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә, уның сәскә атыуына тос өлөшө индерә.
Юғары баһаға  лайыҡ булыусылар араһында етәкселәр ҙә,  нефтселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа, водителдәр ҙә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бар. «Башҡортостан   алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәновҡа, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Наил Ғатауллинға, Салауат Юлаев ордены Үзбәк Ғосмановҡа тапшырылды. Шулай уҡ бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Республиканың Почет грамотаһы, маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика