Тырыш хеҙмәткә лайыҡлы баһа

Тырыш хеҙмәткә лайыҡлы баһа 13.07.2017

Бөгөн Республика башлығы биш тиҫтәнән ашыу хеҙмәт алдынғыһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Рөстәм Хәмитов залға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Башҡортостандың ҡаҙаныштары һәр хеҙмәт кешеһенең тырышлығы менән бөртөкләп йыйыла. Бөгөн төбәк юғары күрһәткестәргә өлгәшә икән, бында һәр берегеҙҙең өлөшө һалынған, артабан да тырышып, башҡаларға өлгө күрһәтеп эшләгеҙ, тине Республика башлығы.
Залға йыйлыусылар араһында төрлө быуын вәкилдәре, һөнәр эйәләре бар.  Преприятие, ойошма етәксеһеме йәки ябай эшсеме уларҙың барыһын да эшһөйәрлек, уңғанлыҡ кеүек күркәм сифаттар бәйләй.  Бөгөн дә уларҙың телмәрҙәре  яратҡан эше, киләсәккә пландары тураһында. Сөнки заман туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, заман технологияларын үҙләштереүҙе, яңы ҡаҙаныштар талап итә.  Бөгөн  ҡалала булһынмы, ауыл ерендәме үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң. Республиканың сит илдәр менән бәйләнештәре, донъяуи кимәлдә танылыуы арта. Был  үҙе үк яңы мөмкинлектәр аса, талаптар ҡуя. Мәҫәлән, билдәле спортсы, тренер Йәлил Йосопов әйтеүенсә, әле милли көрәш халыҡ-ара майҙанға сыға.  Йәлил  Динмөхәмәт улының тәрбиәләнеүселәре араһында танылған көрәшселәр бик күп.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика