Тырыш хеҙмәткә - лайыҡлы баһа 12.04.2016

Бөгөн Республика Башлығы биш тиҫтәнән ашыу хеҙмәт алдынғыһына Рәсәйҙең  һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Һеҙ был наградаларҙы тырыш  эшмәкәрлегегеҙ менән яулап алдығыҙ, хеҙмәт алдынғылары илдең терәге, тине Рөстәм Хәмитов бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп. Залға йыйылусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, әммә уларҙың барыһын да илһөйәрлек, һайлаған һөнәреңә тоғролоҡ кеүек күркәм  сифаттар бәйләй. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар,  айырыуса Өфө моторҙар эшләү берекмәһе  вәкилдәре күп, бөгөнгө заманда  инженер эше яңы һулыш кисерә, илдә  техник һөнәрҙәргә ихтыяж арта, тине Республика башлығы.
Бүләкләнеүселәрҙең   күпселеге юғары дәүләт наградаларын аванс булараҡ ҡабул итә, был ышанысты  артабан да  фиҙаҡәр хеҙмәтең менән аҡлау мотлаҡ.  Һәр кем үҙ эш урынында  тырышып эшләргә, яңынан-яңы уңыштар ҡаҙанырға тейеш. Шул ваҡытта ғына ил дә үҫеш буласаҡ. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Рәшит Хәйруллин республиканың киләсәген инвестицияларҙы күпләп йәлеп  итеүҙә күрә. Ә наградаға килгәндә, Салауат Юлаев ордены уның өсөн символик мәғәнәгә эйә, баласаҡ йылдарым милли батыр  йөрөгән ерҙәрҙә үтте, ти Рәшит Хөснулла улы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика