Төҙөүселәр сифатҡа иғтибар биреп етмәй, эште илке-һалҡы башҡара 14.02.2015

Был турала бөгөн Республика башлығы Октябрьскийға эш сәфәре барышында белдерҙе. Рөстәм Хәмитов ҡалала файҙаланыуға тапшырылған бала табыу йортонда һәм полиция бүлегендә эш сифатын тикшерҙе. Объекттар яңы булыуға ҡарамаҫтан  ишек, тәҙрә ситтәрендә ярыҡтар барлыҡҡа килгән дә инде. Республика башлығы  төҙөлөш ойошмаларына талаптарҙы арттырырға ҡушты.  

Табиптар бала табыу йортоноң төҙөлөп бөтөүенә һаман ышанып етмәй. Сөнки объектты һалыу 24 йыл элек үк башланған. Тик 90-сы йылдар аҙағында финанслау туҡтатылыу сәбәпле, проект ябылған. Өс йыл элек Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы менән генә төҙөлөшкә яңынан йән өрөлә. Ниһайәт, медицина учрежениеһы әҙер, ул ошо көндәрҙә үк буласаҡ әсәләрҙе ҡабул итә башлай.

Объектты төҙөүгә 700 миллион һумға яҡын аҡса сарыф ителгән. Табиптар заманса ҡоролмаларға, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы ҡарау бүлексәһе асылыуға ҡыуанып бөтә алмай. Әммә төҙөлөштөң сифаты бик түбән, эш илке-һалҡы башҡарылған, тине Рөстәм Хәмитов.

Ошо уҡ һүҙҙәрҙе ҡаланың полиция участкаһын төҙөкләндереүселәр хаҡында ла әйтергә мөмкин. Элек ҡаланың эске эштәр бүлеге, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы, кинологтар хеҙмәте төрлө ерҙә урынлашҡан була. Хәҙер улар бер ҡыйыҡ аҫтында, бар уңайлыҡтары булған кабинеттарҙа эшләйәсәк.

Объект өсөн буш торған иҫке мәктәп бинаһы бирелгән, ремонтлауға республика бюджетынан 125 миллион һум аҡса тотонолған. Рөстәм Хәмитов бында ла төҙөүселәрҙең эшен тәнҡитләне һәм подрядсы ойошмаларға талаптарҙы арттырырға ҡушты.

Ә бына Октябрьскийҙың "Паркер" предприятиеһында эш сифатына талап юғары. Юғары кимәл табыш күләмендә лә сағыла. Нефть быраулау, эшкәртеү өсөн махсус ҡоролмалар сығарған заводтың йыллыҡ килеме былтыр 115 миллион һумдан артып киткән, уртаса хеҙмәт хаҡы 38 мең һумға күтәрелгән.

Предприятиела эш сифатына, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә генә түгел, хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген ҡайғыртыуға, туҡландырыуға етди иғтибар бирелә. Бында өс тапҡыр ашатыу ойошторолған, эшселәр туҡланыу хаҡының 13 процентын ғына түләй, йәғни көнөнә 20-22 һум килеп сыға. Шулай уҡ ашханала көн һайын ризыҡҡа ҡушып витаминдар ҙа бирелә.

Рөстәм Хәмитов предприятиела эш шарттарын ҡарап сыҡты, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Завод әле үҙ тауарҙарын илдең 300-гә яҡын предприятиеһына һәм сит илдәргә оҙата. Паркерҙар киләсәктә етештереү ҡеүәттәрен тағы арттырырға ниәтләй, иҡтисади көрсөк ҡулланыусыларҙы күбәйтте , ти хужалар.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика