Төркиә менән аралар яҡыная 26.01.2015

Хеҙмәттәшлек  мөмкинлектәре бөгөн Республика башлығының  Төркиәнең Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы һәм Ғәҙәттән тыш илсеһе Умит Ярдым менән осрашыуында ҡаралды.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә,  Башҡортостан менән Төркиә араһында төҙөлөш өлкәһендә  ныҡлы хеҙмәттәшлек урынлаштырылған. Өфөлә былытр файҙаланыуға тапшырылған «Әсә һәм бала» клиникаһын төҙөүҙә, әле Шос һәм БРИКС обьекттарын сафҡа индереүҙә Төркиә төҙөүселәре  ҡатнаша. Шулай уҡ гуманитар-мәҙәни өлкәлә,  уҡыу йорттары араһында тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырылған. Киләсәктә ике яҡ араһындағы  хеҙмәттәшлекте тағы нығытыу мөһим, Башҡортостанда бының сөн бөтә шарттар бар, беҙ рәсйәҙең  иң ҡеүәтле төбәктәренең береһе, тине Республика башлығы.  
Төркиә ҡунаҡтары Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 125 йыл  тулыу айҡанлы берлектәге  фәнни-мәҙәни саралар ойоштороу мөмкинлеген билдәләне. Умит Ярдым шулай уҡ    Башҡортостан етәкселеген яуап сәфәре менән Төркиәгә саҡырҙы,  беҙ  хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса  булышлыҡ итергә әҙербеҙ, тине Төркиәнең рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы һәм ғәҙәттән тыш илсеһе.
Умит Ярдым, Төркиәнең Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы һәм  ғәҙәттән тыш илсеһе: «Был танышыу сәфәре, шуға күрә  берлектәге аныҡ проекттар әлегә  юҡ. Беҙ  был юлы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай,  Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, уҡыу йорттары етәкселәре, Рәсәйҙең баш мөфтөйө меән осрашып һөйләшергә уйлайбыҙ. Сәфәр һөҙөмтәле булыр, хеҙмәттәшлеккә   ыңғай йоғонто яһар тип уйлайбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика