Суд ҡарарҙарын үтәү системаһын камиллаштырыу мөһим

Суд ҡарарҙарын үтәү системаһын  камиллаштырыу мөһим 09.06.2017

Был турала Рәсәй юстиция министры Александр Коновалов Өфөлә үткән кәңәшмәлә белдерҙе.

Конгресс-холл бинаһындағы ултырышта Волга буйы федераль округына ингән төбәктәрҙең суд приставтары федераль хеҙмәте идаралыҡтарының эшмәкәрлегенә баһа бирелде. Уның эшендә Башҡортостан башлығы һәм Федераль суд приставтары хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Аристов  та ҡатнашты. Александр Коновалов дөйөм Рәсәй күләмендә суд ҡарарҙарының үтәлеше, башҡарма власть органдары менән хеҙмәттәшлек кимәленә баһа бирҙе.
Башҡортостан башҡарма власть органдары менән суд приставтары федераль хеҙмәте элек-электән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ведомство вәкилдәре был өлкәгә ҡағылышлы барлыҡ  комиссияларҙың эшендә лә ҡатнаша. Республика хөкүмәте федераль хеҙмәт идаралығының матди-техник базаһын нығытыуға тос өлөш индерә. Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары ла приставтарҙың көндәлек эшендә ярҙам күрһәтә, мәғлүмәт еткерә, бурыслылар һанын кәметеүгә йүнәлтелгән акциялар ойоштора. Һөҙөмтәлә күрһәткестәр ҙә яҡшыра. Былтыр ғына федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы республика ҡаҙнаһын 1 миллиард һумдан ашыуға тулыландырған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика