Стәрлетамаҡ ҡалаһында социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республиканың өс яҡлы комиссия ултырышы үтте

Стәрлетамаҡ ҡалаһында социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республиканың өс яҡлы комиссия ултырышы үтте 01.07.2017

Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыу, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы вакансиялар менән тәьмин итеүҙә һәм ил президентының май указадарын ғәмәлгә ашырыуҙа муниципалитеттар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк, тип билдәләне комиссия рәйесе, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.

Ултырыш сиктәрендә шулай уҡ «Юғары социаль әүҙемлек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү өсөн» республика тармаҡ-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында Стәрлетамаҡтың «Ҡыҙыл пролетарий» акционерҙар ойошмаһы ла бар. Дөйөм алғанда, конкурста ҡатнашыусы Башҡортостандың 154 ойошмаһының 29-ҙы килем алыу, хеҙмәткәрҙәргә социаль ярҙам күрһәтеү, эш хаҡын ваҡытында түләү, һәм хеҙмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса  өлгө булып тора, тиелде ултырышта. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, республиканың өс яҡлы комиссияһы беренсе тапҡыр урынға сығып эшләй. Был алым күпкә һөҙөмтәлерәк. Шуға күрә комиссия киләсәктә лә был тәжрибәне дауам итәсәк, тине министр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика