Социаль гарантияларҙы теүәл үтәүсе учреждениелар юғары баһаға лайыҡ булды

Социаль гарантияларҙы  теүәл  үтәүсе  учреждениелар  юғары баһаға лайыҡ булды 15.07.2015

Уларҙы бүләкләү тантанаһы бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үтте.

Еңеүселәргә Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының, сауҙа-сәнәғәт палатаһының, Профсоюздар федерацияһының дипломдары тапшырылды. «Социаль һөҙөмтә һәм социаль партнерлыҡты нығытыу» тип аталған республика конкурсында  200-гә яҡын ойошма ҡатнашҡан,  уларҙың 14-һе еңеүселәр исемлегенә эләккән. Төп талап коллектив килешеүендә ҡаралған пункттарҙың теүәл үтәлеүе. Был тәңгәлдә хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү, ял итеү өсөн шарттар тыуҙырыу кеүек социаль гарантияларҙы атап үтергә мөмкин. Бюджеттан тыш ойошмалар араһында  беренсе урынды «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәте яуланы.   Ә бына бюджет учреждениеларынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты  иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика