Шос һәм БРИКС саммиттарына асылған матбуғат үҙәгендә тәүге интервьюны республика башлығы Рөстәм Хәмитов бирҙе 07.07.2015

«Рәсәй  24 каналы» хәбәрсеһенә төбәк етәксеһе саммиттарға әҙерлек мәшәҡәттәре, уның Өфө өсөн әһәмиәте тураһында һөйләне.

Интервьюла Рөстәм Хәмитов үҙенең тулҡынланыуын белдерҙе. Был тойғолар тәбиғи, сөнки Башҡортостан тарихында бындай күләмле сара тәүге тапҡыр үтә. Ә инде әҙерлек кимәле,  ойоштороу мәлдәренә килгәндә тулыһынса  тынысмын, тине Рөстәм Хәмитов
Хәбәрсенең һорауҙарына яуап биреп республика етәксеһе иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе ҡунаҡханаларҙың етешмәүе менән бәйле булды, тине. Баш ҡалала саммит ҡунаҡтарын ҡаршы алыу өсөн  халыҡ-ара кимәлдәге ете заманса отель ҡалҡып сыҡты. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, Башҡортостан был күләмле форумдарҙан артабанғы үҫеш өсөн ҙур етәргес аласаҡ. Республика «Р2 Р»  йәғни, төбәккә төбәк форматында хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтергә иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика