Шашка буйынса донъя чемпионатты Башҡортостанда үткәреү мөмкинлеге ҡарала

Шашка буйынса донъя чемпионатты Башҡортостанда үткәреү мөмкинлеге ҡарала 02.03.2017

Был турала Республика Башлығы менән  халыҡ-ара шашка федерацияһы Президенты Гарри Оттендың осрашыуында билдәле булды. Фекер алышыуҙа яҡтар әле Өфөлә барған халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогы тураһында әңгәмәләште.

Башҡортостан башлығы интеллектуаль спорт төрөн үҫтереүгә һәр төрлө ярҙам күрһәтеүгә әҙер булыуын телгә алды. Гарри Оттен Өфө менән Башҡортостандың донъя кимәлендә халыҡ-ара шашка үҙәге булараҡ танылыуын әйтеп үтте. 2013 йылда баш ҡалала интеллектуаль спорт төрө буйынса донъя чемпионаты уҙҙы, киләсәктә лә юғары кимәлдәге ярыштар уҙғарыу өсөн мөмкинлек бар.
Гарри Оттен Бөйөк Британияның бер нисә метеорология компанияһы етәксеһе. Рөстәм Хәмитов мөмкинлектән файҙаланып, Башҡортостандағы һауа торошо үҙенсәлектәре тураһында ла һорашты. Республика башлығы синоптиктарҙың быйылғы ҡышҡы яуым-төшөм күләме хаҡында хаталы күҙаллауҙар еткереүен әйтеп үтте. Был күренеште төҙәтергә кәрәклеген дә билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика