Шаран район советы вәкилдәре ауыл биләмәләрендә булып халыҡ менән осрашты

Шаран район советы вәкилдәре  ауыл биләмәләрендә булып  халыҡ менән осрашты 01.07.2017

Бер көн эсендә күсмә совет ағзалары  өс ауыл биләмәһен йөрөп сыҡты. Өлгөлө  йорт хужаларына  маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ихаталарында үҙ көсө менән балалар майҙансығы  төҙөп, уңайлыҡтар булдырып   ауылды йәмләп йәшәүсе йүнселдәргә рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.

Урында йәшәүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы ла  бирҙе. Мәҫәлән, Шаран үҙәк район дауаханаһы эргәһендә поликлиника  булһа, сирлеләр өсөн шарттар яҡшырыр ине, тип билдәләнде. Дауахана менән әлеге  поликлиника  Шарандың  ике яҡ осонда урынлашҡан. Етмәһә, күптән һалынған медицина учреждениеһы иҫкергән һәм бәләкәй. Район советы Ерекле ауылында Ғәлимовтарҙың йылытмаһын да ҡараны. Ибраһим Абдуллин исемендәге шишмәнең тирә-яғы төҙөклөгө менән һоҡландырҙы.  Балалар, үҫмерҙәр  киленгә һыу юлын башлау йолаһын күрһәтте.    
Күсмә советта ҡатнашыусылар  балалар баҡсалары торошо менән дә танышты. Түбәнге Ташлыла йәшәүселәр   музей  экспонаттарынан күргәҙмә ойошторғайны. Осрашыуҙа ауылда йәшәүсе халыҡтың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Был йәһәттән Яңы Йүзәй ауылы эргәһендәге быуа торошо тикшерелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика