Саранскиҙа Волга буйы федераль округы советы ултырышы үтте 26.03.2016

Ул автомобиль юлдары селтәрҙәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә арналды. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.  

Ултырышта күтәрелгән мәсьәлә беҙҙең округ өсөн көнүҙәк, тине үҙ сығышында Михаил Бабич.  Әлеге көндә илдәге юлдарҙың 23 процентҡа яҡыны тап Волга буйы төбәктәренә ҡарай. Уларҙы төҙөкләндереү, заманса технологиялар ярҙамында яңы юлдар һалыу туранан-тура  кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Дәүләт башлығы ҡуйған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу маҡсатында  төбәктәрҙә юлдар төҙөүгә һәм ремонталауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә башланы. Һуңғы өс йылда  Волга буйы федераль округында норматив талаптарға яуап биргән юлдар яҡынса 3 мең километрға артты. Был 70 меңдән ашыу кеше йәшәгән 422 ауылды йыл әйләнәһенә транспорт инфраструктураһы менән тәьмин итергә ярҙам итте. Бынан тыш, Михаил Бабич төбәк властарына юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендәге программаны ҡайтанан ҡарап сығырға саҡырҙы.
Совет ултырышында шулай уҡ автомобиль юлдары төҙөгәндә бюджеттан тыш сығанаҡтар, атап әйткәндә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын  йәлеп итеү кәрәклеге билдәләнде. «Европа- Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт проектын  ғәмәлгә ашырғанда айырым төбәктәр, шул иҫәптән Башҡортостан тәжрибәһе өлгө итеп алынды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика