Республикала наркомания менән алкоголизмға ҡаршы көрәш көсәйтеләсәк

Республикала наркомания менән  алкоголизмға ҡаршы көрәш көсәйтеләсәк 04.04.2015

Был турала  Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Сергей Железняк белдерҙе.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы сәркәтибе урынбаҫары бөгөн Өфөлә депутаттар төркөмөнөң фракция-ара ултырышын үткәрҙе. Сәйәсмәндең Башҡортостанға килеүенең төп маҡсаты - граждандарҙың сәләмәт йәмғиәтен формалаштырыуҙа үҙ өлөшөн индереү. «Партия университеты» проекты беренселәрҙән булып беҙҙең республикала ғәмәлгә ашырыла башланы. Уның  сиктәрендә урындағы төбәк башҡарма комитеты  етәкселәре өс көн дауамында Өфөлә ойошторолған семинарҙа ҡатнашты.    
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә,  халыҡ араһында наркомания менән алкоголизмды таратыу проблемаһы социаль бәләгә әүерелде һәм ул илдең милли хәүефһеҙлегенә ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, замана афәте Башҡортостанды ла урап үтмәне. Былтыр октябрҙә спайстан ағыуланып  Нефтекамала биш кешенең ғүмере өҙөлдө. Шуға ла семинарҙа сығыш яһаусылар бындай кешеләрҙе  тулы тормошҡа ҡайтарыу бер властың ғына эше булырға тейеш түгел тип иҫәпләй. Бында инде  йәмәғәт ойошмаларының, дин әһелдәрен әүҙемлек күрһәтеүҙәре мөһим.  
Сәйәсмән шулай уҡ «Милләт йәшлеге»  йәмәғәт премияһы  еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ла ҡатнашты. Сара икенсе йыл рәттән 13 тапҡыр паралимипия уйындары чемпионы Римма Батталова башланғысы менән ойошторола.  Быйыл унда ете номинация буйынса ҡатнашырға теләк белдергән  150-нән ашыу ғариза ҡабул ителгән.  Конкурс иң яҡшы йәш инвалид-спортсыларҙы, тренерҙарҙы һәм ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙы  асыҡларға ярҙам итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика