Республикала «Үҙәк-2015» стратегик уҡыуҙар үтә

Республикала «Үҙәк-2015» стратегик уҡыуҙар үтә 09.09.2015

Хәрби йыйындар барышы Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов  һәм Рәсәй ҡораллы көстәренең Генераль штабы етәксеһе урынбаҫары Василий Тонкошкуров араһында үткән осрашыуҙа тикшерелде. Унда билдәләнеүенсә, күләмле уҡыуҙар планға ярашлы ойошторола. Ә инде сарала ҡатнашыусылар ҡуйылған маҡсаттарҙы теүәл үтәй.

Василий Тонкошкуров үҙ сиратында уҡыуҙар сиктәрендәге сараларҙы етәкләгән өсөн Рөстәм Хәмитовҡа  Генераль штаб исеменән   рәхмәт белдерҙе.  
Василий Тонкошкуров,  Рәсәй ҡораллы көстәренең генераль штабы етәксеһе урынбаҫары: «Бөгөнгө төп бурыс - һуғыш ваҡытында йәлеп ителәсәк структуралар һәм органдар менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе ойоштороуҙа Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының ролен арттырыу. Бөгөн Һеҙгә рәхмәт әйткем килә.  Минең бында икеләтә бурысым бар. Тәү сиратта мин төбәктәге мобилизация эшен баһалау, шулай уҡ айырылып торорға тейешле автомобиль колонналарына ҡарау өсөн килдем».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика