Республикала фиброцемент әйберҙәр етештереүсе завод барлыҡҡа киләсәк

Республикала фиброцемент әйберҙәр етештереүсе завод барлыҡҡа киләсәк 10.03.2016

Төҙөлөш материалдары сығарыусы Японияның «KMEW» компанияһы үҙ предприятиеһын Башҡортостанда төҙөргә ҡарар иткән.  

Был турала төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов менән компанияның генераль менеджеры  Юсака Кодама араһында үткән осрашыуҙа фекер алышынды. ,,KMEW" прродукцияһы Башҡортостандың төҙөлөш тармағында өс йыл дауамында әүҙем ҡулланыла. Япония эшҡыуарҙарына заводты төҙөү урыны тип  логистика өсөн уңайлы һәм сеймалға бай индустриаль парк биләмәһе тәҡдим ителгән.
Юсака Кодама, «KMEW» компанияһы генераль менеджеры /Япония/:
«Беҙ Рәсәйҙә 2009 йылдан эшләйбеҙ. Шуға ла урындағы төҙөлөш баҙарын яҡшы беләбеҙ тип уйлайым. Бөгөн иртән Башҡортостандың үҫеш корпорацияһында етди фекер алыштыҡ. Был беҙҙең һеҙҙең төбәккә тәүге сәфәребеҙ. Завод төҙөләсәк урын һәр яҡлап ныҡлы өйрәнеләсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика