Республика йәмәғәтселеге Рөстәм Хәмитовтың Торатау яҙмышына бәйле белдереүен хуплай 13.11.2015

Алдан хәбәр ителеүенсә, 12 ноябрҙә матбуғат саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов Торатауҙың сеймалға эшкәртелмәйәсәген белдерҙе.

Үҙенең ҡарарын республика етәксеһе әлеге ваҡытта айырым ҡурсауға мохтаж тәбиғәт объекты тип танылған Торатауҙан был статусты алыу ихтыяжы булмауы менән аңлатты. Эксперттар фекеренсә, был аҙымы менән Рөстәм Хәмитов республикала йәшәүсе күпселек халыҡтың ихтыярын яҡланы. Республика етәксеһе әйтеүенсә, сеймал өсөн альтернатив варианттар ҡараласаҡ. Атап әйткәндә, әлеге ваҡытта Ишембай районының Ғүмәр ятҡылығын тикшереү бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика