Республика йәмәғәтселеге билдәле дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән Альберт Мифтаховты һуңғы юлға оҙатты

Республика йәмәғәтселеге билдәле дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән Альберт Мифтаховты һуңғы юлға оҙатты 12.09.2014

Хушлашыу митингына уның хеҙмәттәштәре, партиялаштары, яҡындары һәм туғандары килде.

Билдәле дәүләт эшмәкәре Альберт Мифтаховтың 55 йәшенә генә етеп килгән сағында яҡты донъянан китеүе республика йәмәғәтселеге өсөн көтөлмәгәнлек булды. Йәштәр лидеры, сәйәсмән сифатында ул ныҡлап 1990 йылдар башында күренде. ВЛКСМ һүҙе тарихҡа киткәс ул тәүгеләрҙән булып республикала  «Башҡортостандың демократик йәштәр союзын» ойоштороп етәкләне.  Ул йылдар сәйәси ҙә, иҡтисади ҙа ваҡиғаларға бай булды. Был архив кадрҙарында Альберт Михтахов илдә, республикала барған үҙгәрештәрҙе туҡтатмау, яңы Башҡортостан төҙөү кәрәклеге хаҡында сығыш яһай. Шул уҡ осорҙа  Альберт Ленар улы Халыҡ-ара йәштәр палатаһы Рәсәй бүлегенең вице-президенты вазифаһында ла торҙо. Сәйәсмәндәр, урындағы властар менән уртаҡ тел таба алмаған Альберт Мифтахов артабан сәйәсәттән ситләшеп, оҙаҡ йылдар  коммерция ойошмаларында етәксе вазифаларҙа эшләй. Был йылдарҙа Альберт Мифтахов ныҡлап фән менән шөғөлләнә, философия фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Политология өлкәһенә ҡағылышлы күп кенә монографиялар  баҫтыра. 2012 йылда ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлегенең башҡарма комитетына етәкселек итә башлай. Артабан Президент хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләне. Альберт Мифтахов республикала барлыҡҡа килгән «Яҡташтар» проектының да  авторҙарының береһе.
Альберт Мифтаховтың хеҙмәттәштәре, партия буйынса коллегалары, яҡындары әйтеүенсә, билдәле сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре кешелеклелеге, кеселеклелеге менән айырылып торған. Иғтибарлы ғаилә башлығы һәм хәстәрлекле атай  булған. Республика тормошонда, уның сәйәсәтендә тотош бер оло дәүерҙе һыйҙырырлыҡ ғүмер йәшәгән замандашыбыҙ Альберт Мифтахов Өфөнөң көньяҡ зыяратында ерләнде.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика