Республика Кардиология үҙәгендә реконструкция үткәреләсәк

Республика  Кардиология үҙәгендә реконструкция үткәреләсәк 06.10.2016

Башҡортостанда  йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен  дауалау буйынса Өфөләге Кардиология үҙәге  уңышлы эш алып бара. Уны ҙурайтыу,  яңы корпус төҙөү һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу көн талабы. Ошо хаҡта бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов  Рәсәй кардиологтары менән осрашыуҙа белдерҙе.

Шулай уҡ Урал аръяғында медицина учреждениеһының филиалын булдырыу  ихтыяжы бар. Баш ҡалаға тиклем ара алыҫ. Мәҫәлән, эште  Сибайҙа  айырым койкалар булдырып, белгестәр йәлеп итеп башларға була, тип белдерҙе республика башлығы. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре ваҡытынан алда  үлемгә килтереүсе сирҙәрҙән  һанала. Уны дауалауҙа  һаулыҡ һаҡлау учреждениелары алдынғы алымдар ҡулланып эшләй. Уҙған йыл менән сағыштырғанда төбәктә  һуңғы туғыҙ айҙа үлем  осраҡтары 1 мең 500 -гә кәмегән. Был күрһәткестә ғүмерҙәрҙе һаҡлап алып ҡалыу ҙур урын алып тора, тине Рөстәм Хәмитов.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика