Республика ауыл биләмәләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ 09.12.2016

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов муниципаль берәмектәрҙең алтынсы съезында белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, йыл һайын ошо маҡсатта 400 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Бүленгән сығымдар ауылдарҙы төҙөкләндереү, юлдарҙы тәртипкә килтереү, коммуналь хужалыҡтарҙы нығытыу һәм янғын хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн ҡулланыла. Бынан тыш, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты ла күп кенә мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә мөмкинлек бирҙе.

Һәүәнәк йылғаһы аша һалынған йәйәүлеләр баҫмаһын Байғаҙылар түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Ауылдың төп проблемаһы урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты ярҙамында хәл ителгән. Күперҙе төҙөүҙә ауылда йәшәүселәр ҙә ситтә ҡалмаған. Улар йыйған аҡса эштәрҙе тағы ла тиҙләтергә мөмкинлек биргән. Ошо программа ярҙамында быйыл ғына республикала 300-ләп проект тормошҡа ашырыла.
Һуңғы йылдарҙа муниципаль система аяҡҡа баҫыу осоро кисерә. Быға республика яғынан даими ярҙам күрһәтелеүе лә ыңғай булышлыҡ итә. Квартал һайын бүленгән аҡсаға күперҙәр, юлдар һалына, урамдар төҙөкләндерелә. Шулай уҡ биләмәләрҙәге башҡа проблемалар ҙа хәл ителә.  
Муниципаль берәмектәрҙең Өфөлә үткән алтынсы съезында   урындағы үҙидара үҫешенә йомғаҡ яһалды, был органдар эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде. Съезд делегаттары алдында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Республика етәксеһе билдәләүенсә, муниципаль берәмектәр «Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 яңы объект» акцияһына әүҙем ҡушылды. Төҙөлөш исемлектәрен барлағанда уларҙың теләктәре иҫәпкә алынған.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, муниципаль берәмектәргә финанс үҙаллылыҡты нығытыу мөһим. Бының өсөн бюджетты тулыландырыу сығанаҡтарын эҙләү, һалым базаһын киңәйтеү, инвесторҙар йәлеп итеп яңы эш урындары булдырыу мотлаҡ. Оло йылғалар бәләкәй инештәрҙән башланған кеүек республиканың ҡаҙаныштары ла ауыл-ҡалаларҙағы бәләкәй генә уңыштарҙан туплана.
Бөгөн муниципаль система халыҡҡа иң яҡын торған власть органы тип иҫәпләнә һәм ултырышта билдәләнеүенсә, ул кешеләрҙең һулышын тойоп эшләргә тейеш. Бының өсөн элекке ҡағыҙ мәшәҡәттәренән һәм кәрәкмәгән отчеттарҙан арынырға ваҡыт. Урынына бар эштәрҙе лә әүҙем һәм ҙур теләк менән башҡарырға  өйрәнергә кәрәк, тине Башҡортостан башлығы.  
Республикала йәшәүселәр мәнфәғәте хаҡына. Муниципаль берәмектәрҙең алтынсы съедзы һөҙөмтәләре буйынса резолюция ҡабул ителде. Осрашыуҙа ҡатнашыусы делегаттар съезд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу урындағы үҙидаралыҡтарҙың артабанғы үҫешенә ыңғай булышлыҡ итәсәк тигән ышаныс белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика