Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Федерацияһы Комиссияһы составына индерелде

Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Федерацияһы Комиссияһы составына индерелде 14.10.2014

Ошо айҡанлы Рөстәм Хәмитовты Рәсәйҙең сит илдәр эштәре министры, Комиссия рәйесе Сергей Лавров ҡотланы.

«Һеҙҙе ихлас ҡотлайым, - тип билдәләнә хатта. - Комиссия эшендә Һеҙҙең әүҙем ҡатнашыуығыҙ беҙең илдең ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлегенә яңы көс бирер тип ышанам».

ЮНЕСКО - Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса Берләшкән милләттәр ойошмаһына 1945 йылдың ноябрендә нигеҙ һалынған. Уның штаб-фатиры Парижда урынлашҡан. Рәсәй 1954 йылдан алып халыҡ-ара ойошманың ағзаһы булып тора. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ЮНЕСКО ойошмаһы ҡатнашлығында тиҫтәләгән ғилми-мәҙәни проект тормошҡа ашырыла.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку