Рөстәм Хәмитов Ысыҡкүлдә күсмә цивилизация үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты

Рөстәм Хәмитов Ысыҡкүлдә күсмә цивилизация үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты 21.07.2017

Республика рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Ҡырғыҙстанда булды.  Унда Башҡортостан вәкилдәре "Алтай цивилизацияһы" халыҡ-ара форумында ҡатнашты.  

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән  Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбек Атамбаев алтай күсмә тормошона арналған экспозиция менән танышты. Ил музейҙарының иң ҡыҙыҡлы экспонаттары һәм инсталляциялары урын алған күргәҙмә алтай халыҡтарының тарихи һәм мәҙәни бәйләнештәрен сағылдыра. Бында барлығы  500 экспонат -  яңырыу осоронан алып хәҙерге көнгә тиклемге  биҙәү сәнғәте өлгөләре урын алған. Үҙәк биләмәһендә шулай уҡ алтай халыҡтарының милли йолаларын һәм көнкүрешен сағылдырған 30 тирмә ҡоролған. Башҡорт тирмәһе янында ҡунаҡтарҙы урындағы башҡорт диаспораһы вәкилдәре ҡаршы алды. Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең алдағы сығарылыштарҙа.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика