Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбек Атамбаев менән  дә фекер алышты 11.09.2014

Санкциялар һәм Башҡортостанды йәшелсә, емеш еләктәр менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбек Атамбаев менән  дә фекер алышты.

Чолпан Ата ҡалаһында республика етәксеһе Дүшәмбе ҡалаһына барыр алдынан туҡталды. Ике яҡлы осрашыуҙа иҡтисади һәм гуманитар өлкәләге хеҙмәттәшлек юлдары тикшерелде. Уҙған йылда Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһындағы тауар әйләнеше 225 миллион долларҙы тәшкил итә. Урта Азия дәүләтенә нефть тауарҙарҙы сығарылһа, беҙгә башлыса электр лампалары, мамыҡ, йөн һәм йәшелсә килтерелә. Башҡортостанда әле ҡырғыҙ эшҡыуарҙары ҡатнашлығында 4 берлектәге предприятие ойошторолған. Улар күмәртәләп һатыу йүнәлешендә эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика