Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы Санкт-Петербургта асылған халыҡ-ара иҡтисад форумында ҡатнаша

Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы Санкт-Петербургта асылған  халыҡ-ара иҡтисад форумында ҡатнаша  18.06.2015

Республика етәксеһе бөгөн Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының «Баҙар сиктәрен киңәйтеү. Финанс инструменттарын көйләү. Проекттарға күсеү» һәм «БРИКС илдәренең иҡтисади хеҙмәттәшлеге: үҫеш өсөн мөмкинлектәр» эшлекле форумдарында сығыш яһаны. Форум сиктәрендә шулай уҡ Карелия Республикаһы, Новосибирск өлкәһе менән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

Бынан тыш,  Рәсәй биләмәһендә «Европа - Көнбайыш – Ҡытай» халыҡ-ара транспорт маршрутын булдырыуға бәйле мәсьәләләр тикшерелә.   Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, бөгөн илдәр араһында транспорт мәсьәләһен хәл итеүгә иғтибарҙы арттырыу мөһим.
Үҙ сығышы һуңында Башҡортостан башлығы форумда ҡатнашыусыларҙы июлдә Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына саҡырҙы. Әлбиттә, күләмле осрашыуҙарҙы ҡабул итеү Рәсәй  һәм республика иҡтисадына ыңғай тәьҫир итмәй ҡалмаясаҡ. Форумдың шулай уҡ беренсе тапҡыр төбәк  менән төбәк форматында үтеүе лә әһәмиәтле буласаҡ. Был йәһәттән октябрҙә Өфөлә тағы ла бер мәртәбәле форум уҙасаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика