Рәсәйҙә яңы йылға тиклем «Сәнәғәт сәйәсәте» тураһындағы закон проекты ҡабул ителергә тейеш

Рәсәйҙә яңы йылға тиклем «Сәнәғәт сәйәсәте» тураһындағы закон проекты ҡабул ителергә тейеш 04.09.2014

Ҡануни документтың нигеҙҙәре, закон биргән мөмкинлектәр хаҡында һөйләшеү бөгөн республика етәксеһенең Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы рәйесе Александр Шохин менән осрашыуында барҙы.

Артабан ҡануни үҙгәреш хаҡында фекер алышыу Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы Волга буйы федераль округы төбәктәренең координация советы ултырышында дауам итте. Абруйлы сараны ойоштороу урыны итеп тап Башҡортостандың һайланыуы нигеҙһеҙ түгел. Республикала нефть химияһы, химия, нефть эшкәртеү предприятиелары берлектә үҫешә, урында иҡтисади хәл дә тотороҡло. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, сәнәғәт сәйәсәте тураһында закон күптән кәрәк ине. Сөнки әлегә тиклем ҡайһы бер предприятиелар коммерция сере тип үҫеш пландарын йәшереп килде. Был төптән дөрөҫ түгел, яңы закон ошо аңлашылмаусанлыҡтарҙы юҡҡа сығарасаҡ, тине республика етәксеһе. Был проектты әҙерләү ун йыл дауамында барған. Әле закон Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән, ул көҙгө сессияла тикшереләсәк. Закон әле ғәмәлгә инеп өлгөрмәгән, әммә унда ҡаралған ҡайһы бер пункттар тормошҡа ашырыла башлаған да инде. Мәҫәлән, бер нисә көн элек кенә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе «Сәнәғәтте үҫтереү фондын» ойоштороу хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйған. Фондтың өс йыллыҡ бюджеты ла һалынған - 18 миллиард һум. Әгәр был аҡсаны һөҙөмтәле ҡулланғанда уңыш хаҡында һүҙ йөрөтөп буласаҡ. Координация советы ултырышында Волга буйы федераль округына ҡараған төбәк белгестәре үҙ тәҡдимдәрен дә еткерҙе. Уларҙың күбеһе субъекттарҙы сәнәғәт сәйәсәтенә йәлеп итеү, был тәңгәлдәге эшмәкәрлекте берлектә алып барыу менән бәйле.
 Александр Шохин, Рәсәйҙең сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы рәйесе: «Яңы закон дөйөм һүҙҙәрҙе генә түгел, аныҡ ҡарарҙарҙы үҙ эсенә ала. Ул сәнәғәт һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге башҡа ҡануни документтарға ла үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереүгә, Хөкүмәт күрһәтмәләрен ҡабул итеүгә килтерер тип көтөлә. Сәнәғәт сәйәсәте тураһындағы закон киләһе йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инергә тейеш. Был ҡануни документты сәйәси ваҡиғаларға бәйләү дөрөҫ түгел, проект алдан уҡ әҙерләнә ине һәм уның төп маҡсаты булып Рәсәй сәнәғәтен үҫтереү тора. Законда төп механизмдар иҫәпкә алынған».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку