Рәсәй компанияларын инновациялар индерергә мәжбүр итеү һәм ғилми асыштарҙы баҙар шарттарына яраҡлаштырыу мөһим 18.04.2016

Ә бына йәш вундеркиндтар уҡыу йорттарына имтиханһыҙ ҡабул ителергә тейеш. Был турала бөгөн Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко Өфөлә үткән ғилми-ғәмәли конференцияла белдерҙе. Интеллектуаль милек тип нарыҡланған Бөтә Рәсәй форумында  йәш ғалимдарҙың фәнни асыштары һынау тотто. Сарала Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан йәштәре лә ҡатнашмы.  Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы ла тәбрикләне һәм йәштәрҙең һәр ваҡыт яңы үрҙәргә ынтылыуын теләне.  

Ҡарап тороуға был ике тимер түңәрәктең бер ҡатмарлығы ла юҡ һымаҡ. Ысынбарлыҡта,  ул ҡаргиҙәрҙәрҙе  сатлама һыуыҡтарҙа тиҙ генә ҡабыҙырға ярҙам итә.  Микропроцессор системаһы Өфө студенттарының  хеҙмәт емеше.
Был система  форумда ҡатнашҡан проекттарҙың береһе генә. Конкурсҡа бөтәһе Рәсәйҙең тиҫтәгә яҡын федераль округынан  300-ләп фәнни асыш  ҡабул ителгән. Алдағы йылдар менән сағыштырғанда, ике-өс тапҡырға күберәк. Үҙенсәлекле ҡоролмаларҙы йәшәйештең төрлө тармаҡтарына индерергә мөмкин.
Күргәҙмәлә Башҡортостан ғалимдарының асыштары сағылыш  тапҡан. Мәҫәлән, был локаторҙың моделен Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары уйлап сығарған, ул бәләкәй генә электрон ҡоролмаларҙы ла таба ала, хатта, һүндерелгән осраҡта ла. Локатар мөһим саралар алдынан биналарҙы тикшереү һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү сөн ҡулланыла. Белгестәр әйтеүенсә, уны Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында ла файҙаланырға мөмкин.
Ә был йәш ғалимдарҙың асышы насар күреүселәргә ярҙамға килә. Брайл шрифты ҡуйылған мультиметр менән токтың көсөн билдәләргә мөмкин. Уйлап табыусыларҙың береһе - 4-се синыф уҡыусыһы.
Йәштәрҙең хеҙмәте юғары баһаланды, асыш интеллектуаль милек буйынса бөтә донъя ойошмаһының  төбәк проекттары конкурсында  еңеүселәр араһында. Исемлектә  юл күрһәтеүсе роботтар уйлап табыусыларҙы ла, медицина буйынса йәш ғалимдарҙы ла осратырға мөмкин. Һуңғылары студенттарға   практик белемен мәйеттәрҙә түгел, махсус ҡоролмала шымартырға тәҡдим итә. Валентина Матвиенко белдереүенсә,  киләсәктә һәр бер уйлап табыусы янында  ғәмәлгә индерергә теләүсе етештереүсе лә торорға тейеш.  Республика Башлығы иһә йәштәрҙең ауырлыҡтарға бирешмәүҙәрен теләне. Мәҫәлән, Колумб Америкаға сәйәхәтен 15 йыл буйы әҙерләгән. Һәр бер асыш артында оҙайлы, фиҙаҡәр хеҙмәт ята. Башҡортостанда иһә  йәш ғалимдарға һәр ваҡыт юл асыҡ, республиканың ииновация ҡеүәтен  һәм фәнгә иғтибарҙы ҡунаҡтар ҙа юғары баһаланы.
Американың патент бюроһы етәкселеге 200 йыл элек  бар асыштарҙың яһалып бөтөүен һәм департаментты ябырға кәрәклеген белдерә. Әммә тормош киреһен иҫбатлай, тине Республика Башлығы. Киреһенсә, һуңғы йылдар  тормоштағы  яңылыҡтар менән тарихҡа инә. Кеше Йыһан киңлектәрен үҙләштерә, йәшәйеште өйрәнә.  Әммә асылмаған  серҙәр ҙә күп. Миҫал өсөн әле Ер шарындағы биологик төрҙәрҙең 2 миллионы ғына өйрәнелгән, ә улар 5 миллион тирәһе. Тимәк, фәнни асыштар беҙҙең быуынға ғына түгел, киләсәккә лә  етәсәк әле. Бөгөн бүләкләнеүселәр араһында  мәктәп уҡыусыларының да күп булыуы иһә  фәнгә иғтибар артыуы хаҡында һөйләй. Тырышлыҡ ҡына кәрәк, ә дәүләт бар яҡлап та ярҙам күрһәтергә әҙер, тине Рөстәм Хәмитов. Өфөлә үткән абруйлы форум да йәштәргә яңы офоҡтар аса.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика