Рәсәйҙең ауыл хужалығын үҫтереү өсөн 650 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк 17.04.2015

Дәүләт ярҙамы илдә аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттырырға, импортты алмаштырырға булышлыҡ итер тип көтөлә. Был турала бөгөн Өфөгә эш сәфәре барышында Рәсәйҙең ауыл хужағы министры  Николай Федоров белдерҙе.  Республика башлығы әйтеүенсә, субсидияның күләмле өлөшө  ауыл хужалығы буйынса махуслашҡан Башҡортостанға йүнәлтелергә тейеш. Бының өсөн хужалыҡтарға уңышлы проекттар тәҡдим итеү шарт. Бөгөн иһә беҙҙең аграрийҙарҙы артыҡ әүҙем тип әйтеп булмай.  Николай Федоровтың сәфәре барышында  шулай уҡ һөтсөлөк тармағын үҫтереү мөмкинлектәре лә тикшерелде.

3 тиҫтәнән ашыу силос-сенаж  ҡоролмалары, яңы техника,  меңдәрсә баш  тоҡомло  мал,  200-ҙән ашыу төҙөкләндерелгән ферма.  «500 ферма» программаһы  ауыл  тормошона яңы һулыш өрә, быйыл  проектҡа тағы 90-лап хужалыҡ ҡушылыр тип көтөлә.  Ҡырмыҫҡалылағы «Артемида»  программаға  тәүгләрҙән булып ингән  хужалыҡтарҙың береһе. Бөгөн бында  заманса фермалар ҡалҡып сыҡҡан, 200-ҙән ашыу кеше эш менән тәмин ителгән. Ҡығанысҡа күрә малсыллыҡтың продуктлылығы ғына күтәрелмәй.
Тағы бер проблема - кредит проценттарың артыу ихтималлығы. Хужалар әйтеүенсә, Был хәбәр дөрөҫкә сыға ҡалһа артемидалар ныҡлап  аяҡҡа баҫа алмаясаҡ. Николай Федоров проблеманың хәл ителәсәген белдерҙе.
Хужалыҡ та йәш белгестәр ҙә күп,  Өфөнән күсеп килеүселәр ҙә бар. Сөнки Республика ауыл хужалығына эшкә барған йәштәргә 100 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтә, өс йыл буйы өҫтәмә хеҙмәт хаҡы түләй. Николай Федоров  Башҡортостан тәжрибәһен хуплап килсәктә торлаҡ  өсөн федераль субсидияларҙың арттырыласағын билдәләне.
Өфө районындағы Цюрупа исемендәге хужалыҡ та малсылыҡ менән шөғөлләнә. Бында ла шул уҡ мәсьәлә- продуктлылыҡ кимәле бик түбән. Дөйөм Рәсәй күрһәткесе менән сағыштырғанда 4-5 тапҡырға аҙыраҡ.  
«Алексеевка» хужалығында ҡунаҡтар мал фермаһында, теплицаларҙа булды, етештерелгән продукция төрҙәрен ҡараны.  Бында  тулы линия яйға һалынған, кәштәләрҙә һөт ризыҡтары, ит продукцияһы ла, йәшелсә-емеш тә бар. Николай Федоров артабан ултырышта билдәләүенсә, Рәсәй үҙенең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тулыһынса тәьмин итә ала. Икмәк, картуф, шәкәр менә бөтөнләй проблема юҡ, быйылдан ситтән индерелгән ит ризыҡтарына ла ихтыяж ҡалмаясаҡ. Тик һөтсөлөк тармағын ғына алға тартыу талап ителә
Республикала яҡын киләсәктә ауыл хужалығын үҫтереү буйынса тағы бер нисә кәңәшмә үткәреү күҙаллана. Артабан мал башын арттыруға ғына түгел, тоҡомсолоҡ йүнәлешенә,  аҙыҡ рационын яҡшыртыуға иғтибарҙы артттыру мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта «500 ферма» программаһын ғәмәлгә ашырыуҙа дауам итәсәк. Башҡортостан  үҙенең һөт иле тигән данын юғалтырға тейеш түгел.
Былтыр республикала 1 миллион 700 мең тоннанан ашыу һөт һауып алынған, был алдағы йыл менән сағыштырғанда яҡынса 4 процентҡа күберәк. Тик юғары күрһәткестәргә мал иҫәбен арттырыу иҫәбенә генә өлгәшелә, ә бына һәр һыйырҙан һауылған һөт күләме бик юғары түгел. Республика башлығы  хужалыҡтарға һан артынан ғына ҡыумаҫҡа, сифат өҫтөндә лә эшләргә ҡушты.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика